+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июль 2020, 01:27

Файҙалы килешеүҙәр төҙөлдө

Бөгөн Өфөлә уҙған “Киләсәк территорияһы. Евразия йөрәгенән ҡараш” халыҡ-ара урбанистика форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров федераль институттар менән бер нисә килешеү төҙөнө.

Бөгөн Өфөлә уҙған “Киләсәк территорияһы. Евразия йөрәгенән ҡараш” халыҡ-ара урбанистика форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров федераль институттар менән бер нисә килешеү төҙөнө.
Мәҫәлән, республикабыҙ етәксеһе Мәскәү урбанистика үҙәгенең директорҙар советы рәйесе Сергей Капков менән территорияларҙы төҙөкләндереү өлкәһендә ике яҡлы хеҙмәттәшлекте киңәйтеү хаҡында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Был документта, атап әйткәндә, Рәсәйҙә һәм донъяла ҡалаларҙы төҙөкләндереү, үҫтереү буйынса тәжрибә уртаҡлашыуға арналған Халыҡ-ара урбанистика форумын йыл һайын ойоштороу менән ҡыҙыҡһыныу сағыла.
***
Радий Хәбиров шулай уҡ Рәсәй Хөкүмәте эргәһендәге Аналитика үҙәге етәксеһе Константин Калинин менән ғилми, мәғлүмәт-аналитика, эксперт-аналитика өлкәләрендә хеҙмәттәшлек хаҡында килешеү төҙөнө. Хеҙмәттәшлек республиканың комплекслы социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итеүгә йүнәлтеләсәк. Килешеү федераль һәм республика дәүләт программаларын, милли проекттарҙың төбәк өлөштәрен тормошҡа ашырыуға мониторингты, республиканың төп социаль-иҡтисади үҫеш күрһәткестәрен анализлау һәм прогнозлауҙы, инвестиция проекттарын планлаштырыу һәм баһалау, уларға идара итеү буйынса иң яҡшы тәжрибәләрҙе тормошҡа ашырыу йәһәтенән тәҡдимдәр әҙерләүҙе, башҡа йүнәлештәрҙе күҙ уңында тота.
***
Бынан тыш, Радий Фәрит улы Ҡалалар үҫеше фонды менән хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Унда Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары үҫеше проекттары менән идара итеүсе команда төҙөү, уларҙы уҡытыуҙы ойоштороу хаҡында һүҙ бара.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: