-14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Июль 2020, 15:45

Өфөнөң Почетлы граждандары тауыш бирҙе

Конституцияға төҙәтмәләр буйынса Өфө ҡалаһының почетлы граждандары ла тауыш бирә. Шулай уҡ һайлау участкаларында Өфөгә “Хеҙмәт даны ҡалаһы” тигән почетлы исем биреүгә ҡултамғалар йыйыу дауам итә.

Конституцияға төҙәтмәләр буйынса Өфө ҡалаһының почетлы граждандары ла тауыш бирә. Шулай уҡ һайлау участкаларында Өфөгә “Хеҙмәт даны ҡалаһы” тигән почетлы исем биреүгә ҡултамғалар йыйыу дауам итә.
Баш ҡаланың 132-се һайлау участкаһында РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған табибы Рәшит Баҙыҡов тауыш бирҙе.
-Бөтә Рәсәй тауыш биреүҙәр бик ойошҡан үтә. Илдең төп документына төҙәтмәләрҙең мөһим һәм кәрәкле пункттары өсөн тауышымды бирәм. Улар ваҡытлы тип иҫәпләйем. Мин хирург-онколог булараҡ сифатлы медицина өсөн сығыш яһайым.
Өфөнөң 21-се лицей биләмәләрендә тағы бер шәхесебеҙ, баш ҡала округының йәмәғәт палатаһы рәйесе Айрат Шаммазов тауыш бирҙе:
- Өфөнөң йәмәғәт палатаһы ағзалары ярты йыл дауамында яратҡан баш ҡалабыҙға почетлы исем биреүгә тейешле документация йыйҙы. Нийаһәт, Президент Владимир Путин “Хеҙмәт даны ҡалаһы” тигән федераль исем биреү хаҡындағы законды хупланы. Ә беҙҙең бөтә документтар әҙер ине. Тәүгеләрҙән булып был юғары исемгә Өфө ҡалаһы дәғүә итә.
Шулай уҡ бөгөн тауыш биреүселәр араһында Өфө ҡалаһының Почетлы граждандары Рима Баталова, Рәшит Шәкүр, Фидан Ғафаров, Нурия Ирсаева, Леонора Ҡыуатова һәм башҡалар бар ине.
Һайлау участкалары иртәнге 8-ҙән киске 20 сәғәткә тиклем эшләй.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас в