+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Июнь 2020, 00:16

Юғары технологиялар фестивале

Башҡортостанда «РобоПром-2020» юғары технологиялар фестивале пандемия арҡаһында тәүге тапҡыр онлайн форматта үткән. Уны Башҡорт дәүләт университеты Стәрлетамаҡ филиалы һәм «Толтек» технопаркы ойошторған.

Башҡортостанда «РобоПром-2020» юғары технологиялар фестивале пандемия арҡаһында тәүге тапҡыр онлайн форматта үткән. Уны Башҡорт дәүләт университеты Стәрлетамаҡ филиалы һәм «Толтек» технопаркы ойошторған.
Яңы дистанцион формат ҡатнашыусыларҙың географияһын киңәйтеүгә, йәш буйынса сикләүҙәрҙе алып ташларға булышлыҡ итә. Фестиваль Башҡортостандан ғына түгел, Пермь крайынан, Мәскәү, Һарытау, Архангел, Кемерово, Вологод өлкәләренән, Удмурт, Яҡут республикаларынан балаларҙы һәм ололарҙы йыя. Ойоштороусылар онлайн форматты өлөшләтә киләсәктә лә һаҡлап ҡалырға ниәтләнә. Улар әйтеүенсә, былай иткәндә проекттарҙы алдан ҡарау һәм финалға иң лайыҡлыларҙы сығарыу мөмкинлеге бар.
Ҡатнашыусылар 6 номинацияла үҙҙәрен күрһәтә алған: “Минең роботым”, “Мин – уйлап табыусы”, “VR/AR проекттар”, “ Хәрби техниканың 3D моделдәре Еңеү билдәләре”, “Төрлө йәштәге мейкерҙар араһында иң яҡшы техник проект”, “Робототехника уҡытыусыларының иң яҡшы методик хеҙмәте”.
Фестивалдең бөтә этаптары һөҙөмтәләре буйынса онлайн яҡлауға тик иң яҡшы проекттар үткән. Ҡатнашыусылар һәм уларҙың уҡытыусылары һәр эшкә яуаплы ҡарауы менән ҡыуандырған. Иң яҡшылары бүләктәрен почта аша аласаҡ.
Был ҙур фестивалде үткәреү Башҡортостанда “Мәғариф” һәм “Фән” милли проекттарын әүҙем тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булған. Сараны үткәреүҙә БР Мәғариф министрлығы, БР мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығы менән бергә РФ президент гранттары фонды ла ярҙам иткән. Киләһе йыл фестивалде үткәреүгә БР гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ фонды ярҙам итәсәк.
Фото Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: