+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Июнь 2020, 01:17

Вирус китер көн ҡасан етер?

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 29 июнгә ҡарата республикала коронавирус йоҡтороусылар, дөйөм алғанда, 5 315 иҫәпләнә.

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 29 июнгә ҡарата республикала коронавирус йоҡтороусылар, дөйөм алғанда, 5 315 иҫәпләнә. Һуңғы тәүлектә вирус йәнә 48 кешелә асыҡланған.
COVID-19-ҙан амбулатор шарттарҙа 1 734 ауырыу дауаланһа, стационарҙарҙа 693 сирле ята. Шуларҙың 32-һе ауыр хәлдә. Тәүлек эсендә был сирҙән 17 кеше һауыҡҡан. Коронавирусты еңеүгә өлгәшкән яҡташтарыбыҙ барлығы – 2 870.
Һуңғы тәүлектә үпкәләре ялҡынһынған 75 ауырыуҙы дауаханаға һалғандар. Улар бөтәһе лә COVID-19-ға анализ биргән. Кисәле-бөгөнлө 17 кеше пневмониянан сәләмәтләнеп, дауахананан сыҡҡан.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: