+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Июнь 2020, 16:11

Шишмәләр таҙа һыу эсер

Шишмәлә һыу менән тәьмин итеү системаһы яңыртыласаҡ. Был эштәр Башҡортостанда “Экология” милли проектының “Таҙа һыу” төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә башҡарыла.

– Эштәр 2020 – 2024 йылдарға иҫәпләнгән. Быйыл “Таҙа һыу” проекты сиктәрендә ҡоролма алып монтажлау ниәтләнә. Был 1,03 миллион һумға төшәсәк. 2021 йылда һыу үткәргес торбалар алмаштырыласаҡ. Финанслау 114,2 миллион һум тәшкил итәсәк, шуның 110 миллион һумы – федераль ҡаҙнанан. Был ҙур эш, һыу үткәреү торбаларын алмаштырыу бик кәрәк, сөнки йәй көнө һыу күп тотонолғанда туҙған ҡоролмалар һыуҙы бысрата, – ти “Чишмы-вода” ЯСЙ баш инженеры Азат Хәкимов.
БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 2024 йылға тиклем “Экология” милли проекты сиктәрендә ике ҡалала, ете район үҙәгендә, утыҙҙан ашыу ауылда һыу менән тәьмин итеү системаларын проектлау һәм төҙөү планлаштырыла.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: