+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Июнь 2020, 10:55

Ржев Һалдатына һәйкәл

Кремелдең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, бөгөн Президент Владимир Путин Белоруссия лидеры Александр Лукашенко менән Ржев өсөн һуғыштарҙа башын һалған Совет Һалдаты иҫтәлегенә төҙөлгән мемориалды асыу тантанаһында ҡатнаша.

Мемориал Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнала. Уны асыу 9 майға планлаштырыла, ләкин коронавирус пандемияһына бәйле, бөгөгә тиклем кисектерелә.
Мемориал комплексы Тверь өлкәһенең Ржев районындағы Хорошево ауылы эргәһендә урынлашҡан. Ул 25 метр бейеклектәге һалдат һынын кәүҙәләндерә.
1942 – 1943 йылдарҙа Ржев – Вяземск һөжүм һәм оборона операцияһы барышында 400 мең совет һалдаты башын һала. Ә яраланғандарҙы ла иҫәпкә алып, дөйөм юғалтыуҙар 1,16 миллионға барып етә. Был бәрелештәр Бөйөк Ватан һуғышын Ҡыҙыл Армия файҙаһына бороп алып китеүҙә ҙур роль уйнай.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: