-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Июнь 2020, 20:42

Коронавирустан һауығыусылар - өс меңгә яҡын

30 июнгә ҡарата республикала COVID-19 инфекцияһын йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 5 361 булып киткән. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, тәүлек эсендә тағы ла 46 сырхау өҫтәлгән.

30 июнгә ҡарата республикала COVID-19 инфекцияһын йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 5 361 булып киткән. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, тәүлек эсендә тағы ла 46 сырхау өҫтәлгән.
Әлеге мәлдә республика дауаханаларында 511 ауырыу коронавирусҡа ҡаршы дауа ала. Шуларҙың 29-ы ауыр хәлдә ҡала, 12-һен яһалма һулыш аппаратына тоташтырғандар.
Сирҙе еңел үткәреүсе 1 837 кеше өйөндә дауалана.
Аҙаҡҡы тәүлектә дауахананан сығыусылар айырыуса күп – 125. Дөйөм алғанда, коронавирустан һауығыусылар өс меңгә еткән тиерлек – 2 995.
COVID-19-ҙан вафат булыусылар һаны үҙгәрешһеҙ ҡала – 18.
Республика табиптары үпкәләре ялҡынһынған ауырыуҙарҙы ла айырым иғтибарҙа тота. Тәүлек эсендә пневмония менән дауаханаға 94 сырхауҙы һалғандар. Һәр береһен коронавирусҡа тикшергәндәр. Кисәле-бөгөнлө был сирҙән һауығып сығыусылар – 130.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: