+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Июнь 2020, 17:21

Кемгә тейеш – бөтәһе лә аласаҡ

Республикала йәшәүселәрҙән айлыҡ аҡсалата түләүҙәр (ЕДВ) һәм айлыҡ аҡсалата компенсация (ЕДК) хаҡында бик күп һорауҙар килә. Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы һәм Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәге белгестәре шул һорауҙарға аңлатма бирә.

Республикала йәшәүселәрҙән айлыҡ аҡсалата түләүҙәр (ЕДВ) һәм айлыҡ аҡсалата компенсация (ЕДК) хаҡында бик күп һорауҙар килә. Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы һәм Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәге белгестәре шул һорауҙарға аңлатма бирә.
3 йәштән 7 йәшкә тиклемге балалар өсөн быға тиклем булмаған түләүҙәр барлыҡҡа килде. Ул ғариза нигеҙендә бирелә. Мөрәжәғәт итеүсе хаҡындағы бөтә кәрәкле мәғлүмәтте (шул иҫәптән ғаиләнең табышы хаҡындағы белешмәләрҙе лә) Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәге ведомство-ара хеҙмәттәшлек нигеҙендә электрон төрҙә үҙе йыя. Был - бик ҙур эш.
2020 йылдың тәүге яртыһына республикаға федераль бюджеттан әлеге пособиеларҙы түләү өсөн 945,5 миллион һум аҡса бүленгән.
Ғариза яҙған ата-әсәләр бөтәһе лә июлдә мотлаҡ был пособиеларҙы аласаҡ, алмағандарына иһә ни сәбәпле әлегә пособие тәғәйенләнмәүе тураһында ентекле аңлатмалар киләсәк, өҫтәмә рәүештә ниндәй мәғлүмәттәр кәрәклеге әйтеләсәк. Әлеге түләүҙәргә хоҡуғы булған ғаиләләргә пособие (ниндәй айҙа мөрәжәғәт итеүгә ҡарамаҫтан) 2020 йылдың 1 ғинуарынан тәғәйенләнә.
Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәге мәғлүмәттәр йыйыу өсөн 20 майҙан алып 1 500 000 тирәһе һорау ебәргән. Июнь башына беҙҙең төбәктән Дәүләт хеҙмәттәре порталына 3-7 йәшлек балалар өсөн түләүҙәр буйынса 55 меңдән ашыу ғариза алынған. Улар буйынса мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү ифрат ҙур хеҙмәт һәм ваҡыт талап итә. Шунлыҡтан белгестәр ата-әсәләрҙең хәлде аңлап ҡабул итеүен үтенә.
Шулай уҡ айлыҡ аҡсалата компенсация (ЕДК) хаҡында ла халыҡта һорауҙар күп тыуа. Федераль закондарға ярашлы, 1 июлдән льготаларға эйә кешеләргә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр сығымдарына айлыҡ аҡсалата компенсация ғәмәлдәге сығымдар буйынса түләнәсәк. Ошоға тиклем иһә “льготасыларға” (улар республикала 500 меңдән ашыу) Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы тарафынан һәр муниципаль берәмек өсөн билдәләнгән аныҡ сумма түләнеп килде. Был нимәне аңлата? Льготаға эйә һәр кешегә әлеге компенсация уның торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләгән аҡсаһынан сығып шәхсән иҫәпләнәсәк.
Шуны аңлау мөһим: был маҡсатта түккән сығымығыҙ ҙур икән, компенсация ла күберәк тәғәйенләнә, аҙыраҡ икән, әлбиттә, алған түләү (ЕДК) күләме лә бәләкәйерәк сыға. Әгәр кеше торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә бөтөнләй түләмәгән икән, компенсацияны ла көтөргә түгел. Түләүҙәр ҡулланыу нормативтарына һәм торлаҡтың социаль нормаларына ярашлы иҫәпләнә.
Был түләүҙәр кемгә тейеш – бөтәһе лә мотлаҡ рәүештә уларҙы аласаҡ.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: