-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Июнь 2020, 14:02

Хоҡуҡтары сикләнмәгән

Конституцияға төҙәтмәләр буйынса тауыш биреүҙәрҙә мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр әүҙем гражданлыҡ позицияһын күрһәтә. Башҡортостандағы Пенсия фонды республика бүлексәһенең мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республикала 250 мең инвалид теркәлгән.

Уларҙың 8 меңе күҙ буйынса инвалид, 12 мең кешенең ишетеү һәләте насар һәм 17 мең кешенең хәрәкәт итеү мөмкинлектәре сикләнгән.
Улар өсөн һайлау участкаларында уңайлы мөхит һәм башҡа шарттар тыуҙырылған. Үҙәк һайлау комиссияһының ҡарары менән күреү һәләте насар инвалидтарға махсуслаштырылған ете тауыш биреү участкаһы ойошторолған. Улар Өфө, Стәрлетамаҡ, Бәләбәй, Белорет ҡалаларында урынлашҡан. Мәҫәлән, Өфөнөң 208 һайлау участкаһы бөтөнләй күрмәгән һәм күреү һәләте насарайған, коляскалы инвалидтар, насар ишетеүселәр өсөн ҡулайлашҡан. Комиссия составында тейешле белгестәр ҙә бар, махсус трафареттар эшләнгән.
Конституцияға төҙәтмәләр буйынса тауыш биреүҙәрҙә әүҙемлек күрһәткән инвалидтарҙың хоҡуҡтары сикләнмәгән.
Фото Үҙәк һайлау комиссияһы сайтынан алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: