+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Июнь 2020, 15:00

Өфөлә Халыҡ-ара урбанистика форумы асылды

Бөгөн Башҡортостанда “Киләсәк территорияһы. Евразия йөрәгенән ҡараш" халыҡ-ара урбанистика форумы үҙ эшен башланы. Коронавирусҡа бәйле сикләүҙәрҙе алғас, ул – Рәсәйҙә офлайн-форматта үткәрелегән тәүге киң масштаблы сара.

Форумға власть органдары, бизнес вәкилдәре һәм потенциаль инвесторҙар йыйылды. Унда шулай уҡ сит ил эксперттары ла ҡатнаша. Улар араһында Измир ҡалаһы (Төркиә) мэры Тунч Сойер, Миландың (Италия) ҡала биләмәләрен планлаштырыу буйынса урынбаҫары Маран һәм башҡалар.
Әле эш сексияларҙа бара. Ҡала мөхитен комплекслы үҫтереү мәсьәләһе биш тематик йүнәлештә ҡараласаҡ. Бәләкәй һәм моно ҡалаларға ҙур иғтибар буласаҡ. Форум барышын https://futurecity2020.org/live/ һылтанмаһы буйынса күҙәтеп барырға мөмкин.
14.00 сәғәттә “Дәүләт идараһы кешеләр өсөн” темаһына пленар ултырыш башлана. Уның эшендә Дәүләт Думаһы вице-спикеры Ирина Яровая, РФ төҙөлөш һәм ТКХ министры урынбаҫары Максим Егоров, РФ фән һәм юғары белем биреү министры Валерий Фальков, РФ Хөкүмәте эргәһендәге аналитика үҙәге етәксеһе Константин Калинин һәм башҡалар ҡатнаша.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: