+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Июнь 2020, 15:46

Тауыш биреүҙәрҙә әүҙемлек һиҙелә

Конституцияға өҫтәлмәләр буйынса тауыш биреүҙәрҙең тәүге көндәрендә халыҡтың 9,2 проценты үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәгән.

Конституцияға өҫтәлмәләр буйынса тауыш биреүҙәрҙең тәүге көндәрендә халыҡтың 9,2 проценты үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәгән.
Эксперттар билдәләүенсә, 7 көндә лә ошондай процент кеше тауыш бирһә, килеүселәр һаны 60 проценттан юғары буласаҡ.
Был һан 1993 йылдағы тауыш биреүҙәргә ҡарағанда күберәк. Унда халыҡтың 58 проценттан ашыуы тауыш биргән булған.
Әлегә төбәктәрҙең һөҙөмтәләре бер-береһенән күпкә айырыла. Иң яҡшы күрһәткестәр Тыва республикаһында. Унда кешеләрҙең 23 проценттан ашыуы тауыш биргән. Унан һуң Чукотка һәм Ямал-Ненец автономияһы округтары килә.
Башҡортостанда ла рәсми тәғәйенләнгән көндө көтмәйҙәр. Күптәр тауыш биреүҙәрҙең тәүге көндәрендә үк гражданлыҡ бурысын үтәне. Улар араһында республика башлығы Радий Хәбиров һәм уның ғаиләһе, Хөкүмәт, Ҡоролтай етәкселәре лә бар.
Һайлау участкаларында кешеләрҙең һаулығы өсөн хәүефләнергә урын юҡ. Бер тапҡыр ҡулланыла торған бирсәткәләр, битлектәр, ручкалар, хатта зарарһыҙландырыу шыйыҡсалары ла бирелә.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: