0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Июнь 2020, 18:00

Өҫтәлгә – ризыҡ, йәнгә – дауа

Баҡсасылыҡ – совет осоронан ҡала халыҡының ҡанына ныҡ һеңеп ҡалған шөғөл. Баҡса элек ғаиләне аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүҙә мөһим роль уйнаһа, хәҙер ул күберәк ял урыны, экологик таҙа ризыҡ сығанағы булараҡ ҡабул ителә.

Ошо көндәрҙә республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы «Башҡортостанда граждандарҙың үҙ ихтыяждары өсөн баҡсасылыҡ алып барыуы тураһында» закон ҡабул итте. Уға ярашлы баҡсасыларға республика яғынан ҡайһы бер ярҙам саралары ҡаралған. Атап әйткәндә, яңы законда баҡсасылыҡ ширҡәттәрен йылылыҡ, электр энергияһы, һыу, газ, ҡаты яғыулыҡ менән тәьмин итеүҙе ойоштороу, һыу бүлеү, комплекслы кадастр эштәрен финанслау кеүек сараларҙы ғәмәлгә ашырғанда башҡарма власть органдары яғынан ярҙам тураһында әйтелә.
Башҡортостанда 500 меңдән ашыу баҡсасы ғаилә иҫәпләнә, был бөтә халыҡтың 40 проценты самаһына тигеҙ.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: