-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Июнь 2020, 18:37

Октябрьский ҡалаһы йәмләнә

Октябрьский ҡалаһы матурланғандан-матурлана. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә бында өс йәмәғәт урыны төҙөкләндереләсәк.

Октябрьский ҡалаһы матурланғандан-матурлана. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә бында өс йәмәғәт урыны төҙөкләндереләсәк.
Төньяҡ урамындағы скверҙа яңы асфальт юлдар, машина ҡуйыу урыны, заманса яҡтыртыу, эскәмйәләр ҡуйыу кеүек эштәр башҡарылған да инде. Ҡала халҡы һорауы буйынса эттәрҙе алып сығыу өсөн майҙансыҡ та булдырылған. Скверҙа көҙ көнө ҙур ағастар ҙа ултыртыласаҡ.
“Нефтяник” паркы – Октябрьский ҡалаһында иң “олоһо”. Байрамдарға арналған ҙур саралар тап ошонда уҙа. Бында бордюрҙар алмаштырылған, заманса яҡтыртҡыстар ҡуйылған, газондар эшләнгән, таш түшәлә башлаған.
34-се микрорайонда йәшәүселәрҙең ял итеү урыны булмай. Яңы сквер 20-се мәктәп эргәһендә урынлашҡан. Йәшел зонала балалар һәм спорт майҙансыҡтары, йүгереү һәм велосипед юлдары, ял итеү урыны буласаҡ. Скверҙы декоратив фигуралар – топиарийҙар биҙәйәсәк.
Фото Октябрьский ҡалаһы сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: