0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Июнь 2020, 11:08

“Кешеләрҙең фекерен ишетергә йыйылдыҡ”

Башҡортостан урмансылары паркында төҙөлөш булмаясаҡ. Был турала кисә, 28 июндә, парктың киләсәгенә арналған проект семинарында Өфө мэры Өлфәт Мостафин белдерҙе.

Башҡортостан урмансылары паркында төҙөлөш булмаясаҡ. Был турала кисә, 28 июндә, парктың киләсәгенә арналған проект семинарында Өфө мэры Өлфәт Мостафин белдерҙе.
“Осрашыуҙа кешеләрҙең фекерен ишетергә теләнек: улар бында нимә күрергә теләй? Мәсьәләне йәмәғәтселек тикшереүенә сығарҙыҡ, белгестәрҙе, Мәскәү эксперттарын саҡырҙыҡ. Кешеләрҙең теләктәрен иҫәпкә алып, проект төҙөйәсәкбеҙ. Һәм һеҙҙең менән тағы бер нисә тапҡыр осрашасаҡбыҙ әле”, – тине ҡала хакимиәте башлығы.
Мэр әйтеүенсә, парк территорияһы – әлегә федераль ер. Ул шулай уҡ Өфө үҫешенең генераль планы буйынса эш тамамланып килеүен белдерҙе. Был документ ҡабул ителгәс, ҡала федераль үҙәк менән был биләмәләрҙе үҙ ере итеп күсереү эшен башлаясаҡ.
Өлфәт Мостафин Өфөнөң алты паркы яңыртылыуы, төҙөлөүе хаҡында ла әйтеп үтте.
“Был маҡсатта ҙур аҡсалар һалына. 30 июндә “Бейеүсе торналар” фонтаны асыласаҡ – ул һоҡланғыс ял урыны буласаҡ. “Ҡашҡаҙан” , “Беренсе Май”, “Көньяҡ” парктарында ла эштәр йылдам бара”, – тине ҡала етәксеһе.
Фото Өфө хакимиәте сайтынан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: