+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Июнь 2020, 18:06

Илеш таланттарына – ҙур бүләк

Илеш районында Балалар сәнғәт мәктәбенә яңы ҡоролмалар, инструменттар ҡайтарылды.

Илеш районында Балалар сәнғәт мәктәбенә яңы ҡоролмалар, инструменттар ҡайтарылды.
Мәктәптең акттар залы мультимедиялы проектор, универсаль экран, яҡтырҡыс ҡуйылған галерея системаһы менән йыһазландырылған.
Зал өсөн рояль алынған. Тауыш яҙҙыртыу студияһында аппаратура тулыһынса яңыртылған. Системалы блок, монитор, тауыш картаһы, ҡолаҡсындар, студия микрофоны алынған.
Һүрәт төшөрөргә яратыусылар өсөн әүәләү ҡоролмаһы, линогравюра өсөн станок, муфель мейесе, уҡыусылар һәм уҡытыусылар өсөн график планшеттар, әйберҙәрҙе киптереү һәм рәсемдәрҙе һаҡлау өсөн стеллаждар, мольберттар өсөн яҡтыртҡыстар алынған.
Музыка бүлеген өс скрипка, ике аккордеон, фортепиано, метрономдар тулыландырған.
Хореография класына яңы көҙгөләр, станоктар, гимнастика бүрәнәләре ҡуйылған.
Мәктәптең коридоры галерея системаһы менән йыһазландырылған, ә фойела экспозицион стенд тора. Шулай уҡ туғыҙ ноутбук, ике принтер, колонкалар алынған.
Сәнғәт мәктәбе өсөн йыһаз “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә алынған. Ошо көндәрҙә БР Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ла мәктәптә булып, уҡыу йорто менән танышты, йәш музыканттар менән аралашты.
Фото БР Мәҙәниәт министрлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: