+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Июнь 2020, 14:49

1 июлдән 16 йәшкә тиклемге балаларға тағы өҫтәмә түләүҙәр була

Рәсәй хеҙмәт министрлығында 16 йәшкә тиклемге балаларға бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр хаҡында аңлатма бирҙеләр.

Рәсәй хеҙмәт министрлығында 16 йәшкә тиклемге балаларға бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр хаҡында аңлатма бирҙеләр.
Билдәле булыуынса, үткән аҙнала Президент Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса июль айында ла балаларға 10 мең һум аҡса түләнәсәк.
Тәүге тапҡыр, июнь айында был түләүҙәр илдең 21 миллион балаһына ҡағылған.
Был юлы түләүҙәр автоматик рәүештә, 1 июлдән күсерелә башлай. Бының өсөн ғариза яҙып йөрөргә кәрәкмәй.
Рәсәй хөкүмәте был маҡсатҡа 270 миллиард һум аҡса йүнәлтә. Ошоғаса ғариза тултырмаған ата-әсәләр уны 1 октябрғә тиклем тапшыра ала.
Был түләүҙәр пандемия осоронда балалар тәрбиәләгән ата-әсәләргә ярҙам итеп күсерелә. Шуға күрә, уларға һалым һалынмай һәм башҡа социаль түләүҙәр тәғәйенләнгәндә иҫәпкә алынмай.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: