+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Июнь 2020, 14:18

Тауыш бир ҙә ташлама ал

Өфөлә Конституцияға өҫтәлмәләр буйынса тауыш биргәндәр “Рәхмәт” акцияһында ла ҡатнаша. Уның буйынса бик күп сауҙа, медицина, спорт, хеҙмәтләндереү учреждениеларына ташламалар алырға мөмкин. Быны баш ҡаланың эшҡыуарҙары ойошторған.

“Центр Про” медицина клиникаһында иһә Ковид-19 вирусына 40 процентлыҡ ташлама менән анализдар тапшырырға мөмкин.
-Иң мөһиме кеше һаулығы. Был анализ вирус менән сирләүселәрҙе, уларҙың йәмғиткә хәүефле булыу-булмауын күрһәтә. Был сир әле тулыһынса өйрәнелмәгән. Насар иммунитетлы кешеләрҙең уны тиҙ генә йоҡтороуо ихтимал, - тип билдәләй клиниканың директоры вазифаһын башҡарыусы Альбина Кинйәбаева.
Һайлау участкаларында тауыш биргән кешеләргә “рәхмәт” тигән махсус ҡағыҙ браслет тапшырыла. Уның буйынса исемлеккә ингән сауҙа нөктәләре, сәс киҫтереү, кейемдәрҙе таҙартыу, фотосалондар, туҡланыу учреждениелары, ҡайһы бер фитнес клубтар, түләүле клиникалар, машиналар ремонтлау, йыуыу предприятиелары ярайһы ҙур ташламалар бирә.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: