0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Июнь 2020, 15:15

Маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булдылар

Ял көндәрендә республикала иғтибарға лайыҡ ваҡиғалар күп булды. Медицина хеҙмәткәрҙәре менән берлектә Башҡортостандың мәҙәниәт өлкәһендә эшләгән бер төркөм хеҙмәткәрҙәргә маҡтаулы исемдәр тапшырылды, Йәштәр көнө билдәләнде.

Ял көндәрендә республикала иғтибарға лайыҡ ваҡиғалар күп булды. Медицина хеҙмәткәрҙәре менән берлектә Башҡортостандың мәҙәниәт өлкәһендә эшләгән бер төркөм хеҙмәткәрҙәргә маҡтаулы исемдәр тапшырылды, Йәштәр көнө билдәләнде.
Республика башлығы Радий Хәбиров мәҙәниәт үҫешенә күп көс һалған төрлө өлкә хеҙмәткәрҙәренә юғары наградалар, маҡтаулы исемдәр тапшырҙы. Тормошобоҙҙоң ҙур өлөшөн алып торған мәҙәниәт – ул киң профилле тармаҡ. Уның өсөн мотлаҡ йыраусы йә бейеүсе булыу кәрәкмәй.
Был юлы маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булғандар араһында йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов, республиканың күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин, “Йөрәк һүҙе” телевизион шиғри бәйгеһенең редакторы, актриса Зилә Дибаева, Фәйзи Ғәскәров исемендәге академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисткаһы Миләүшә Хәйбуллина һәм башҡалар бар. Был яңылыҡ менән бүләкләнеүселәр үҙҙәренең сәхифәләрендә бүлеште. Миләүшә Хәйбуллина: “Мин был көнгә ышаныслы аҙымдар менән атланым һәм фиҙаҡәр хеҙмәтем менән моратыма ирештем. Һәр кем маҡтаулы исемдәрҙе ваҡытында алырға һәм уның мәнфәғәтен күрергә тейеш тип иҫәпләйем”, - тип яҙҙы.
Данир Ғәйнуллин да 20 йыл мәҙәниәт өлкәһенең төрлө учреждениеларында эшләгәндән һуң лайыҡлы награда менән бүләкләнде: ”Хеҙмәтем бушҡа булмағандыр, мәҙәниәтте үҫтереүгә ниндәйҙер кимәлдә үҙ өлөшөмдө индергәнмендер тип ышанам”, - тип үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашҡан.
Республика башлығы Радий Хәбиров бүләкләнеүселәрҙе ҡотлап, үҙенең музыкаға айырым һәләте булмаһа ла, ошондай шәхестәр менән Башҡортостан мәҙәниәтенең киләсәге ҙур булыуын билдәләгән.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: