+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Июнь 2020, 01:03

Өлөшсөләр өйлө булыр

Өлөшсөләр хоҡуғын һаҡлау фондының Күҙәтеү советы Өфөләге “РегионСтройКомплекс” акционер йәмғиәте объекттары төҙөлөшөн тамамлау тураһында ҡарар ҡабул итте.

Өлөшсөләр хоҡуғын һаҡлау фондының Күҙәтеү советы Өфөләге “РегионСтройКомплекс” акционер йәмғиәте объекттары төҙөлөшөн тамамлау тураһында ҡарар ҡабул итте.
Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте күрһәтмәһен үтәү өсөн Төҙөлөшкә өлөшләтә аҡса индереп, алданып ҡалған кешеләр хоҡуғын һаҡлау фондының Күҙәтеү советы Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин рәйеслегендә илдең дүрт субъектындағы проблемалары булған туғыҙ йорт төҙөлөшөн тамамлау буйынса сараларҙы финанслау тураһындағы мәсьәләләрҙе ҡараны.
– Төҙөлөшкә өлөшләтә аҡса индереп, алданып ҡалған кешеләр менән бәйле был хәл беҙҙән мәсьәләне киҫкен һәм тиҙ хәл итеүҙе талап итә. Бөгөн беҙ Рәсәй Федерацияһындағы дүрт төбәктәге туғыҙ йортто төҙөп бөтөрөү тураһындағы документҡа ҡул ҡуйҙыҡ, һәм, әлбиттә, өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын тергеҙеү буйынса эште дауам итәсәкбеҙ. Ҡабул ителгән ҡарар ярҙамында тағы меңәрләгән өлөшсө яңы өй туйлай аласаҡ, – тип белдерҙе Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин.
Был маҡсатҡа федераль һәм төбәк бюджеттарынан, шулай уҡ компенсациялар фондынан 4 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтеләсәк. Мәскәү өлкәһенең Звенигород ҡалаһындағы “Көнсығыш” торлаҡ комплексының өс йортоноң 670-тән ашыу өлөшсөһө, Архангел өлкәһендә – “Парк” торлаҡ комплексының 60-ҡа яҡын алданған гражданы, Кемеров өлкәһендә – “Феникс-Строй” дөйөм төҙөлөш компанияһының 200-ҙән ашыу өлөшсөһө, Башҡортостан Республикаһында “РегионСтройКомплекс” йәмғиәтенең 110-дан ашыу өлөшсөһө яңы торлаҡ асҡысы аласаҡ.
– Фонд менән берлектә бөтә ил буйынса 18 меңдән ашыу өлөшсөнөң хоҡуҡтарын тергеҙеү буйынса ҡарарҙар ҡабул ителгән. Һөҙөмтәлерәк һәм системалыраҡ эш ҡороу өсөн төбәктәр вәкилдәре менән даими штабтар ойошторабыҙ. Унда өлөшсөләр мәсьәләһе бик ҡәтғи ҡуйыла. РФ субъекттары етәкселәре урындағы проблемаларҙы яҡшы белә һәм Өлөшсөләр хоҡуғын һаҡлау фондының федераль ярҙамы менән уларҙы тиҙ хәл итә ала, – ти Өлөшсөләр хоҡуҡтарын яҡлау фондының генераль директоры Константин Тимофеев.
Фото БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: