Коронавирус яһиллығын кәметһә лә, һаман еңелергә теләмәй. Тәүлек эсендә инфекция республикала тағы ла 50 кешелә табылған. 26 июнгә ҡарата Башҡортостанда COVID-19-ҙы йоҡтороусылар, дөйөм алғанда, 5 171 булып киткән.
Эпидемия башланғандан алып 2 783 ауырыу был сирҙән һауыҡҡан. Әлеге мәлдә 2 370 яҡташыбыҙ COVID-19-ға ҡаршы дауа ала.
Коронавирустан бер нисә аҙна вафат булыусылар юҡ, уның ҡорбандары һаны 20 майҙан бирле үҙгәрешһеҙ ҡала – 18.
Рәсәйҙә һуңғы тәүлектә COVID-19 6 800 кешегә йоҡҡан. Асыҡланған ауырыуҙарҙың дөйөм һаны – 620 794. Илдә был шәфҡәтһеҙ вирустан барлығы 8 781 сырхау вафат булған, 176 сирле аҙаҡҡы тәүлектә донъя ҡуйған.
Коронавирусты еңеп, ил буйынса кисәле-бөгөнлө дауаханаларҙан 8 988 кеше сыҡҡан. Рәсәйҙә COVID-19 инфекцияһынан ҡотолоусылар йәмғеһе 384 152-гә еткән.