-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Июнь 2020, 00:19

Яңауылда – бер юлы 6 ФАП

Яңауыл районының бер юлы алты ауылында модулле фельдшер-акушер пункттары асыласаҡ. Асауҙыбаш, Вояҙы, Ишбулды, Һандуғас, Атлығас, Игровка ауылдарында йәшәүселәрҙе урындағы фельдшерҙар тиҙҙән заманса йыһазландырылған ФАП-тарҙа ҡабул итәсәк. Подрядсы – “Профметалл” ЯСЙ билдәләнгән ваҡытҡа эшен тамамларға йыйына.

Яңауыл районының бер юлы алты ауылында модулле фельдшер-акушер пункттары асыласаҡ. Асауҙыбаш, Вояҙы, Ишбулды, Һандуғас, Атлығас, Игровка ауылдарында йәшәүселәрҙе урындағы фельдшерҙар тиҙҙән заманса йыһазландырылған ФАП-тарҙа ҡабул итәсәк. Подрядсы – “Профметалл” ЯСЙ билдәләнгән ваҡытҡа эшен тамамларға йыйына.
Бөтә ФАП-тар ҙа медицина белгестәре менән тулыһынса тәьмин ителгән. Улар араһында иң йәше – “Ауыл фельдшеры” программаһы ҡатнашыусыһы Айнур Ҡадиров. Ул 2016 йылдан алып асауҙыбашлыларҙың һаулығы һағында. Йәш табип эш шарттарының еңелләшеүенә ҡыуанысын йәшермәй. Асауҙыбаш фельдшер-акушер пункты Асауҙыбаш һәм Сибәҙе ауылдарын хеҙмәтләндерә. Бында барыһы 294 кеше йәшәй.
Ишбулды ФАП-ы фельдшеры Эльза Сәхәбетдинова иһә үткән быуаттың 90-сы йылдарында эш башлаған. Тәжрибәле медицина хеҙмәткәре шулай уҡ яңы пункт асылыуын түҙемһеҙләнеп көтә. Бында барыһы 186 кеше беренсел медицина ярҙамы ала.
Атлығас фельдшер-акушер пункты хеҙмәткәрҙәре Атлығас һәм Новотроицк ауылдарында йәшәгән 310 кешегә ярҙам күрһәтә. Игровка ФАП-ы Игровка һәм Никольск ауылдарындағы 160 кешене хеҙмәтләндерә. Һандуғас, Норҡан, Яңы Кирге, Әрлән ауылдарында йәшәгән халыҡты (710 кеше) Һандуғас ФАП-ында ҡабул итәсәктәр. Вояҙы фельдшер-акушер пункты Вояҙы һәм Сәңгекүлдә йәшәгән 307 кешене хеҙмәтләндерәсәк.
Иҫке ФАП-тар 60-сы, 70-се йылдарҙа төҙөлгән булған. Авария хәлендәге биналарҙа йыһазландырыу ҙа яҡшыларҙан түгел, медицина хеҙмәте күрһәтеү өсөн кабинеттар ҙа етешмәй. Хәҙер инде был ауылдарҙа тиҙ һәм яҡшы медицина ярҙамы алыу мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк.
Модулле ФАП-тар ҡороу “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Беренсел медицина-санитар ярҙамы күрһәтеү” проекты сиктәрендә башҡарыла.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас в