+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Июнь 2020, 19:50

Улар – көрәштең алдынғы сафында

Бөгөн Өфөлә Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған байрам саралары үтте.

Бөгөн Өфөлә Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған байрам саралары үтте.
Медицина хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү бер нисә урында – Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының Шаляпин һәм Грек залдарында, Дәүләт Йыйылышы Йортонда, “Башҡортостан” дәүләт концерт залының ҙур залында, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында, БР Ауыл хужалығы министрлығының колонналар залында үтте.
Башҡортостан тарихында тәүге тапҡыр медицина хеҙмәткәрҙәре парады үтте. Унда республиканың бөтә округтары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Улар Әхмәтзәки Вәлиди урамы буйлап “Торатау” конгресс-холына тиклем барҙы. Парадты бер юлы дүрт телеканал: БЮТ, “Башҡортостан 24”, “Вся Уфа”, ЮТВ тура эфирҙа күрһәтте.
“Торатау” конгресс-холы амфитеатрында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров медицина хеҙмәткәрҙәрен наградланы. Тантана байрам концерты менән тамамланды.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 8 июндә Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөн байрам итеү тураһында ҡарар ҡабул иткәйне. Коронавирус пандемияһы арҡаһында медицина хеҙмәткәрҙәренә ҙур йөк төштө, быйыл табиптарға рәхмәт йөҙөнән ҙур сара үткәрергә ҡарар ҡабул ителде.
– Был көндәрҙә, бөтә донъя, илебеҙ һәм республикабыҙ коронавирус пандемияһы ҡурҡынысы алдында торғанда, уның менән көрәштең алдынғы һыҙығында тап һеҙ булдығыҙ. Һеҙ батырлығығыҙ, түҙемлегегеҙ менән был ҡазаға ҡаршы торҙоғоҙ, – тип мөрәжәғәт итте тантана мәлендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров табиптарға, шәфҡәт туташтарына, медицина хеҙмәткәрҙәренә.
Башҡортостан Башлығы 10 медицина учреждениеһы етәксеһенә 21 тиҙ ярҙам машинаһы асҡысы тапшырҙы. Бынан тыш, Башҡортостандың санитар авиацияһы медицина модулле “Ансат” вертолеты менән тулыланды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: