+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Июнь 2020, 13:01

Тауыш биреүҙәрҙең тәүге көнө үтте

25 июнь Конституцияға өҫтәлмәләр буйынса Бөтә Рәсәй тауыш биреүҙәр старт алды.

25 июнь Конституцияға өҫтәлмәләр буйынса Бөтә Рәсәй тауыш биреүҙәр старт алды.
Һайлау участкалары 1 июль, рәсми тәғәйенләнгән тауыш биреү көнөнә тиклем, иртәнге 8-ҙән киске 20 сәғәткә тиклем асыҡ буласаҡ.
Төрлө сәбәптәр арҡаһында өйҙән сыға алмаған, ләкин тауыш бирергә теләгән граждандар, үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын өйҙән тороп та үтәй ала.
Был процедуралар ҙа 25 июндән башланды. Республика Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәттәренә ҡарағанда, өйҙә тауыш бирергә теләк белдереп 95 мең ғариза килгән. Уларҙы ҡабул итеү 1 июлдең 17 сәғәтенә тиклем дауам итә.
Республикала тауыш биреүҙәрҙе ойоштороу өсөн 3 431 һайлау участкаһы асылған.Тауыш биреүселәр һаны 3 миллиондан ашыу кеше.
Һаҡланыу сараларына етди иғтибар бүленә. Бөтә һайлау участкалары ла бер тапҡыр ҡулланыла торған бирсәткәләр, битлектәр һәм ручкалар менән тәьмин ителгән. Шулай уҡ тауыш биреү процедуралары үткән бүлмәләрҙе зарарһыҙландырыу өсөн технологик тәнәфес ҡаралған.
Фото Үҙәк һайлау комиссияһы сайтынан аылнды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: