Йәмәғәт палатаһының яңы ағзалары менән осрашҡанда Президент Владимир Путин, Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреү ваҡытында халыҡ ихтыярына ҡаршы тороуға юл ҡуйырға ярамай, тип белдерҙе.
“Беҙҙең бурыс - тауыш биреү һөҙөмтәһе ысынбарлыҡты күрһәтергә тейеш. Бер кемде лә көсләп тауыш бирҙерергә, тауыш биреүселәр һанын өҫтәп яҙырға, тауыштарҙы һанағанда боҙоуҙарға барырға тейеш түгелбеҙ”, - тине ил етәксеһе, тип яҙа РБК мәғлүмәт сығанағы.