Салауат районы Лаҡлы ауылында 80 урынлыҡ мәктәп төҙөлә. Уның менән бергә 40 урынлыҡ балалар баҡсаһы ла буласаҡ. Төҙөлөш Республика адреслы инвестиция программаһын һәм “Демография” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә бара.
Донъяла һәм беҙҙең илдә барған эпидемиологик хәлгә һәм РФ Президенты Владимир Путин һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указдарына ярашлы ҡабул ителгән ваҡытлыса сикләүҙәргә ҡарамаҫтан, социаль объекттар төҙөү туҡталмай.
Әлеге объектта эштәр раҫланған графикҡа ярашлы бара. Ул 2019 йылда төҙөлә башлай. Төҙөүселәр объектты быйыл тамамларға ниәтләй. Дәүләт заказсыһы булып БР капиталь төҙөлөш идаралығы тора. Генераль подрядсы – “Геострой” ЯСЙ.
Проектҡа ярашлы, беренсе ҡатта – балалар баҡсаһы, икенсеһендә мәктәп урынлашасаҡ. Әле бинаның ҡыйығы ябылған, эске һәм тышҡы биҙәү эштәре башҡарыла, тәҙрә блоктары ҡуйыла, инженер селтәрҙәре үткәрелә.
Бинаның дөйөм майҙаны 5 меңдән ашыу квадрат метр биләй. Учреждение биләмәһендә ике төркөм майҙансығы, шулай уҡ балалар баҡсаһы өсөн физкультура майҙансығы, уҡыусыларға физкультура һәм спорт күнекмәләре, волейбол-баскетбол, 1 – 4 һәм 5 –11 кластар өсөн заманса япмалы ике гимнастика майҙансығы ҡаралған.
– Беҙҙең районда мәктәпкәсә йәштәге учреждениеларға бер аҙ сират бар. Яңы балалар баҡсалары төҙөү урын етмәү мәсьәләһен тулыһынса хәл итә. Быйыл Малаяҙҙа балалар баҡсаһын эксплуатацияға индереү һөҙөмтәһендә район үҙәгендә сират юҡ, – ти Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов.
Әле Салауат районында ике балалар баҡсаһы һәм бер мәктәп төҙөлә. Планда – Малаяҙ ауылында полилингваль мәктәп төҙөү.