Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова Конституцияға өҫтәлмәләр буйынса тәүгеләр рәтендә тауыш бирҙе.
-Бөгөн мин йәшәгән урынымда тауыш бирҙем. Эш көнө булыуға ҡарамаҫтан, кешеләрҙең әүҙемлеге юғары, хатта кабинкаларҙың бушағанын көтөргә тура килде, минән һуң да кешеләр булды, - тип үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашҡан депутат.
Шулай уҡ ул, һайлау участкаларында юғары ойоштороу кимәле, битлектәр, бирсәткәләр, зарарһыҙландырыу шыйыҡсылары, бер тапҡыр ҡуланыла торған ручкаларҙың булыуын билдәләй.
Элегерәк депутат беҙҙең журнал сайтына, өҫтәлмәләрҙең ғаиләгә ҡағылған өлөшөн хуплауын да белдергәйне. Был юлы тәүге тапҡыр эшҡыуарлыҡҡа бәйле статьяларҙың килеп сығыуын, тотороҡло сәйәси системаны һаҡлау һәм мәҙәниәтте яҡлау үҙгәрештәренә ыңғай баһаһын әйтте.