25 июндә Өфөнөң Орджоникидзе районы Иҫке Турбаҫлы ҡасабаһында фельдшер-акушер пункты асылды. Бында халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн барыһы ла бар.
Сарала Өфө ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин, Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин, Республика Башлығының тормош иптәше Каринэ Хәбирова, “Башнефть” акционер нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте аппараты вице-президенты – етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Эльвира Вышенская һәм башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты.
ФАП-ты төҙөү һәм кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырыу өсөн Башҡортостан Республикаһы менән “Роснефть” нефть компанияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү сиктәрендә “Башнефть” компанияһы аҡса бүлгән.
Медицина учреждениеһы 18-се ҡала клиник дауаханаһына беркетелгән һәм ҡасабала йәшәгән 2000-дән ашыу кешене хеҙмәтләндереүгә иҫәпләнгән.
Фельдшер-акеушер пунктында пациенттарҙы ҡабул итеү һәм персоналға эшләү өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Бында беренсел медицина-санитар ярҙам күрһәтеләсәк. Шулай уҡ кисектергеһеҙ һәм акушер-гинекологик ярҙам да ҡаралған. Медицина анализдары ла ошонда ҡабул ителәсәк. Бынан тыш, график буйынса тар белгеслектәге табиптар ҙа ҡабул итәсәк.
– Фельдшер-акушер пункты тиҙ һәм сифатлы итеп төҙөлдө. Уны төҙөргә ҡарар ҡабул иткәс беҙ фельдшер өсөн торлаҡ йорт та һалырға булдыҡ. Бынан тыш, ҡасабалағы өс урамда яҡтыртыуҙы яңырттыҡ, уны артабан да төҙөкләндереүҙе дауам итербеҙ. Бындай тәжрибәне башҡа ерҙәрҙә лә ҡулланырға кәрәк, тип һанайым. Республика етәкселәре ҡала округы биләмәһендә ошондай медицина учреждениелары төҙөһә, ҡала хакимиәте бағыусылар һәм инвесторҙар ярҙамында торлаҡ йорттар төҙөргә һүҙ бирә. Мин “Башнефть” компанияһына – бағыусылығы, ҡаланың инвестиция-төҙөлөш комитетына торлаҡ йорт төҙөгәне өсөн рәхмәтлемен, – тине Өлфәт Мостафин һәм ҡала хакимиәте исеменән компьютер техникаһы комплекты алыу өсөн сертификат тапшырҙы. Шулай уҡ ул бағыусыларға һәм ФАП-ты төҙөүселәргә Өфө ҡала хакимиәтенең рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Фельдшер өсөн йорт кәрәк-яраҡ, мебель менән тәьмин ителгән. Гүзәл Маннапова бында тормош иптәше Вадим һәм ике ҡыҙы менән йәшәй. Сара һуңында Каринэ Хәбирова менән Өлфәт Мостафин уларға бүләктәр тапшырҙы.
Фото Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтынан алынды.