Бөгөн тәүге тапҡыр Григорий Аксаков ордены менән бүләкләү тантанаһы булды. 2019 йылдың 19 декабрендә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай “Григорий Аксаков ордены статутын раҫлау тураһында” ҡарар ҡабул иткәйне. Был орден менән емешле дәүләт, йәмәғәт һәм хәйриә эшмәкәрлеге өсөн бүләкләйҙәр.
Григорий Аксаков Ордены менән тәүге бүләкләнеүселәр:
Үтәшева Римма Әмир ҡыҙы – Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары. Тимербулатов Вил Мамил улы – Башҡорт дәүләт медицина университетының хирургия кафедраһы мөдире. Мансурова Динә Ишмөхәмәт ҡыҙы – Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының өлкән шәфҡәт туташы. Павлов Валентин Николаевич – Башҡорт дәүләт медицина университетының ректоры. Ширшова Наталья Александровна – Сибай ҡалаһының үҙәк ҡала дауаханаһы операция блогының өлкән шәфҡәт туташы. Яппаров Рафаэль Ғәли улы – Республика СПИД һәм инфекцион ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм көрәш буйынса үҙәгенең баш табибы. Фазлетдинов Дамир Исмәғил улы – Нефтекама ҡала дауаханаһының балалар поликлиника бүлегенең табип-физиотерапевы.