+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Июнь 2020, 01:32

“Беҙ киләсәккә ышаныслы барабыҙ”

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 25-се пленар ултырышы булып үтте.

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 25-се пленар ултырышы булып үтте. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты һәм Хөкүмәттең 2019 йылғы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре тураһында отчет менән сығыш яһаны.
Республика етәксеһе төбәгебеҙҙең яҡшы үҫеш һөҙөмтәләре күрһәтеүен билдәләп үтте. Тулайым төбәк продукты 2,5 процентҡа артҡан һәм 1,7 триллион һумға еткән.
–Милли проекттар, федераль һәм республика дәүләт программалары һөҙөмтәһендә беҙ төп күрһәткестәрҙе яҡшырттыҡ – үлем кимәлен, ярлылыҡты кәметеүгә өлгәштек, халыҡтың табышы артты, – тине Радий Фәрит улы.
Республика Башлығы Башҡортостандың төҙөлөш тармағында алда барыусы ун төбәк иҫәбенә инеүен әйтеп үтте. Торлаҡ сафҡа индереү 2,4 миллион кв. метрға еткән. Шулай уҡ инвестициялар йәлеп итеүҙә лә алға китеш бар, улар күләме 14 процентҡа артҡан.
–Беҙ һалым ташламалары бирәбеҙ, йылдам алға барыусы территорияларҙы һәм индустриаль парктарҙы үҫтерәбеҙ. Инвестиция һәм эшҡыуарлыҡ сәғәттәре үткәреү тәжрибәһен индерҙек. “Алға” айырым иҡтисади зонаһын булдырыуҙы республика өсөн мөһим ҡаҙаныш тип һанайым. Беҙ уңайлы һәм хәүефһеҙ йәшәү мөхитен булдырыуҙы дауам итәбеҙ. Автобус паркын яңыртыу буйынса ҙур эш башланыҡ. “Алға” транспорт картаһын индерҙек. Бөтә республика буйлап “Башҡорт ихаталары” программаһы тормошҡа ашырыла. Киләсәккә беҙ ышаныслы һәм тыныс барабыҙ, – тине сығышында республика етәксеһе.
Хөкүмәттең 2019 йылғы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре тураһында ентекле мәғлүмәттәр менән Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары Андрей Назаров сығыш яһаны. Депутаттар шулай уҡ “Башҡортостан Республикаһында ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы продукцияһы, сеймал һәм аҙыҡ-түлек баҙарҙарын яйға һалыу” дәүләт программаһын 2019 йылда тормошҡа йомғаҡтары тураһында докладты тыңланы һәм фекер алышты.
Парламент ултырышында нигеҙҙә республика закондары проекттары менән бәйле 70-тән ашыу мәсьәлә ҡаралды.
Фото БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай сайтынан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: