+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Июнь 2020, 18:00

Әзмәүерҙе лә йыға

“Коронавирус юҡ бит ул. Булһа, минең берәй танышым, йә туғаным ауырыр ине”, – тип хәбәр һалған дуҫыбыҙ өс көндән былай тип шылтырата: “Әзмәүерҙәй ике ағайым шул сирҙән йығылған...”

“Коронавирус юҡ бит ул. Булһа, минең берәй танышым, йә туғаным ауырыр ине”, – тип хәбәр һалған дуҫыбыҙ өс көндән былай тип шылтырата: “Әзмәүерҙәй ике ағайым шул сирҙән йығылған...”.
COVID-19 инфекцияһы юҡ, тип уйлап йөрөгәндәрҙе һаҡ булырға саҡырабыҙ: тәүлек эсендә уның менән тағы ла 53 яҡташыбыҙ сирләгән. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 25 июнгә ҡарата республикала коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны – 5 121.
1 722 ауырыу, вирусҡа әллә ни бирешмәйенсә, амбулатор шарттарҙа дауаланһа, 738-е дауаханаларҙа ята. 24 сырхауҙың хәле ауыр булғанлыҡтан, табиптар көнө-төнө улар ғүмере өсөн көрәшә. Туғыҙ сирле яһалма һулыш аппараты ярҙамында ғына тын ала.
Эпидемия башланғандан бирле был сирҙе 2 643 кеше еңеүгә өлгәшкән. Һуңғы тәүлектә дауахананан сығыусылар – 69.
Коронавирустан өҙөлгән ғүмерҙәр һаны элеккесә ҡала – 18.
“Дауахананан тыш пневмония” диагнозы аҙаҡҡы тәүлектә 42 ауырыуға ҡуйылған. Улар бөтәһе лә COVID-19-ға анализ биргән. Был сирҙән ҡотолоп, кисәле-бөгөнлө дауахананан сығыусылар – 32.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: