Республиканың пассажирҙар автотранспорты 55 берәмек «Вектор Некст» автобустары менән тулыланды. Улар навигация системаһы, кондиционер менән йыһазландырылған, хәүефһеҙлек талаптарына тулыһынса яуап бирә. Яңы пассажирҙар транспорты Өфөнөң иң көсөргәнешле эшләгән маршруттарын хеҙмәтләндерәсәк.