Йәрмәкәй районының Богородский ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Ул халыҡ үтенесе буйынса төҙөлдө. 2018 йылдың декабрендә республика Башлығы Радий Хәбировтың Йәрмәкәйгә эш сәфәрендәге осрашыуҙа был мәсьәлә күтәрелгәс, ул ауыл кешеләренә ярҙам итәсәген белдергәйне. Һәм вәғәҙә үтәлде лә.
Кирбес бинала дүрт кабинет – көтөү залы, пациенттарҙы ҡабул итеү, процедуралар яһау, гинекология кабинеттары урынлашҡан. Унда дефибриллятор, ЭКГ аппараты, инструменттарҙы дезинфекциялау яйланмаһы, тонометрҙар һәм бөтә кәрәкле ҡорамалдар бар. Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты Богородский, Михайловка, Князевка ауылдарында йәшәүселәрҙе хеҙмәтләндерәсәк.