+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Июнь 2020, 12:33

Тауыш биреү участкаларында 35 мең күҙәтеүсе эшләй

Башҡортостанда тауыш биреүҙәр барышында 35 мең күҙәтеүсе эшләйәсәк. Был турала матбуғат конференцияһы ваҡытында республиканың йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина белдерҙе.

Башҡортостанда тауыш биреүҙәр барышында 35 мең күҙәтеүсе эшләйәсәк. Был турала матбуғат конференцияһы ваҡытында республиканың йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина белдерҙе.
Өфөлә генә участкаларҙа 4200 күҙәтеүсе буласаҡ. Ольга Панчихина әйтеүенсә, уларҙың күп өлөшөн фирҡәләр тәҡдим иткән, ҡалғандары йәмәғәт ойошмалары һәм үҙ-үҙен тәҡдим итеүселәр рәтенән. Республикала элекке һайлауҙарҙа 20 мең күҙәтеүсе эшләһә, был юлы уларҙың һаны шаҡтай юғары.
Һәр бер участкала 5 күҙәтеүсе булырға тейеш. Күҙәтеүселәр сафын тулыландырыу өсөн ваҡыт бар, ғаризалар 29 июнгә тиклем ҡабул ителә. Әле ошо эшкә 22 йәмәғәт ойошмаһы һәм 5 сәйәси фирҡә ҡушылған.
Матбуғат конференцияһында хәүефһеҙлек саралары хаҡында ла һүҙ булды. Ольга Панчихина билдәләүенсә, һаҡланыу саралары тауыш бирергә килеүселәргә лә, участкаларҙа эшләгән хеҙмәткәрҙәргә лә ҡаралған.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: