Стәрлетамаҡтың яңы микрорайонында бер юлы ике балалар баҡсаһы төҙөлә.
Мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн учреждениелар 2019 йылдың авгусында һалына башланған. Быйыл көҙ улар төҙөлөп бөтөп, эшләй башлаясаҡ.
90-шар урынлы ике балалар баҡсаһы “Демография” милли проекты сиктәрендә төҙөлә. Дәүләт заказсыһы булып Башҡортостан Республикаһы капиталь төҙөлөш идаралығы тора. Генераль подрядсылар – “СтройЦентр” ЯСЙ һәм “Империя” төҙөлөш компанияһы ЯСЙ.
БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, объекттар яңы 7Б Көнбайыш микрорайонында урынлашҡан.
Һәр учреждениеның дөйөм майҙаны 1 391,0 квадрат метр тәшкил итә.
Әле балалар баҡсалары биналарының ҡыйыҡтары ябыла. Тәҙрәләре ҡуйылған. Эске инженер ҡоролмалары үткәрелә, эске диуарҙары штукатурлана, фасады монтажлана, балалар баҡсаһы биләмәһе тәртипкә килтерелә.
Башҡортостанда республика адреслы инвестиция программаһы һәм “Демография” милли проекты сиктәрендә быйыл 23 балалар баҡсаһы төҙөләсәк.
Фото БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты сайтынан алынды.