+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Июнь 2020, 23:33

Иглин – Кальтовка юлы яңыра

Иглин – Кальтовка автомобиль юлында йүнәтеү эштәре бара. Реконструкцияланған юлдың оҙонлоғо 7,5 саҡрым тәшкил итә. Төҙөлөш эштәрен БР Юл хужалығы идаралығы заказы буйынса “Башкиравтодор” акционер йәмғиәте алып бара. Килешеү 2019 йылда төҙөлгән. Уның оҙайлығы – 3 йыл, йәғни эштәр 2021 йылда тамамланасаҡ. Юл йүнәтеү 220 миллион һумға төшәсәк.

2019 йылда ер полотноһы грунт менән стабилләндерелгән. Әле юл киңәйтелгән, һыу ағыу өсөн кюветтар ҡаҙылған. Барыһы ла технология буйынса эшләнә.
Иглин районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, юл ябылмаған – Иглин яғына ла, М5 трассаһына ла үтеп була. Йәй уртаһына асфальт-бетон ҡатнашмаһы һалыуға тотонор өсөн эшселәр ялһыҙ эшләй. Бар эштәр ҙә график буйынса бара.
Асфальт һалыуҙан тыш, кюветтар, юл билдәләре ҡуйыласаҡ, юл кәртәләре эшләнәсәк.
Реконструкция эштәре “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Фото Иглин районы хакимиәте сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: