+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Июнь 2020, 13:07

Өфөбөҙ өсөн ҡултамғабыҙҙы ҡуяйыҡ!

Кисә, 24 июндә, Өфөгә “Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы” тигән исем биреү өсөн ҡултамғалар йыйыу башланды.

Кисә, 24 июндә, Өфөгә “Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы” тигән исем биреү өсөн ҡултамғалар йыйыу башланды.
Өфө ҡалаһы тарихы музейында баш ҡалабыҙға был исемде биреү өсөн хакимиәт башлығы Өлфәт Мостафин үҙ ҡултамғаһын ҡалдырҙы.
– Бөгөн тарихи ваҡиға. Өфө “Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы” исеменә ысын-ысындан лайыҡ. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда бында 100 меңдән ашыу кеше килә, 60-тан артыҡ предприятие күсерелә. Һәр дүртенсе двигателгә беҙҙең яғыулыҡ һалына, ә фронтҡа күпме гимнастерка тегелә, башҡа әйбер оҙатыла. Беҙ тәүгеләрҙән булып был исемде алырбыҙ, тип ышанам, – тине Өлфәт Мостафин һәм ҡала халҡын Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреүҙә әүҙем ҡатнашырға, шулай уҡ республиканың баш ҡалаһына абруйлы исем өсөн ҡул ҡуйырға саҡырҙы.
Өфөгә маҡтаулы исем биреү өсөн Өфө һәм Стәрлетамаҡ митрополиты Никон, РСФСР-ҙың халыҡ артисы Фидан Ғафаров, “Жилстройинвест” йәмғиәтенең генераль директоры Рәбис Сәлихов, “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров һәм Өфө ҡалаһы Советы депутаттары ла ҡул ҡуйҙы.
Баш ҡалабыҙға исем биреүҙе ҡеүәтләп, уның тарихы музейында ҡул ҡуйырға мөмкин. Музей иртәнге сәғәт ундан киске сәғәт һигеҙенсе яртыға ҡәҙәр эшләй (дүшәмбе – ял). Шулай уҡ 25 июндән 1 июлгә тиклем Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү участкаларында ла үҙ ҡултамғаларығыҙҙы ҡалдыра алаһығыҙ.
Ҡултамға йыйыуҙа республиканың 14 йәштән оло бөтә кешеһе ҡатнаша ала. Өфөгә “Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы” исемен биреүгә ғариза тултырғанда һәр имза иҫәпкә алынасаҡ.
Белешмә:
2020 йылдың 1 мартында Рәсәй Президенты Владимир Путин “Рәсәй Федерацияһында “Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы” маҡтаулы исемен биреү тураһында” 41-се федераль законға ҡул ҡуйҙы. Мәртәбәле исем Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында халҡы сәнәғәт предприятиеларында өҙөклөкһөҙ хәрби һәм граждандар продукцияһы етештереп, хеҙмәт батырлығы, фиҙакәрлек күрһәткән Рәсәй ҡалаларына бирелә.
Фото Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтынан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: