+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Июнь 2020, 14:48

Яу батырҙары өсөн – шәхси парадтар

Бөгөн республикабыҙҙа ветерандар йәшәгән йорттар алдында, уларҙы хөрмәтләп, Еңеү парадтары үтә.

Бөгөн республикабыҙҙа ветерандар йәшәгән йорттар алдында, уларҙы хөрмәтләп, Еңеү парадтары үтә.
Мәҫәлән, Өфө ҡалаһының Киров районы Чернышевский урамындағы 127-се йорт ихатаһында ике ҡаһарман ветеран: Хәсән Рәхим улы Хөснуризалов менән Усман Һиҙиәтулла улы Кинйәкәев тантаналы рәүештә тәбрикләнде. Уларҙы район башлығы Илвир Нурдәүләтов ихлас ҡотланы. Йыйылыусылар алдында Еңеүҙең кесе парадында ҡатнашыусылар легендар “Прощание славянки” йыры аҫтында марш менән үтте, һуғыш ваҡытында сығарылған ретро-автомобилдәр уҙҙы.
Баш ҡаланың Совет районында Еңеү парады Әй урамында – батыр фронтовик Григорий Иванович Соловьев йәшәгән йорт алдында булды.
Өфөлә парадтар бөтәһе ете Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йорто ихатаһында ойошторолдо. Мәсетле районында иһә бөгөн 95 йәшлек ветеран Александр Федорович Топычкановты ҙурлап тәбрикләгәндәр.
Башҡортостанда 25 муниципалитетта Еңеү һалдаттарын тантаналы хөрмәтләүҙәр бара.
Фото "Башинформ"дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: