+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Июнь 2020, 19:27

Тәүлек эсендә вирус 57 кешегә йоҡҡан

24 июнгә ҡарата республикабыҙҙа коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны – 5 068. Тәүлек эсендә COVID-19 инфекцияһын тағы 57 кешелә тапҡандар.

24 июнгә ҡарата республикабыҙҙа коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны – 5 068. Тәүлек эсендә COVID-19 инфекцияһын тағы 57 кешелә тапҡандар.
Дауаханаларҙа ятыусылар – 760. Табиптар шуларҙың 23-өнөң хәле ауыр булыуы хаҡында хәбәр итә, ә туғыҙын ҡотҡарыу өсөн яһалма һулыш аппаратына тоташтырғандар.
Сирҙе еңел үткәреүсе 1 716 сырхау тейешле дауаны өйөндә ала.
Һуңғы тәүлектә 92 кеше, сәләмәтләнеп, дауахананан сыҡҡан. Һауығыусылар йәмғеһе – 2 574.
Вафат булыусылар һаны 20 майҙан бирле үҙгәрешһеҙ ҡала – 18.
Кисәле-бөгөнлө “дауахананан тыш пневмония” диагнозы 161 яҡташыбыҙға ҡуйылған. Ошо сирҙән ҡотолоп, аҙаҡҡы тәүлектә дауахананан сығыусылар – 70.
[
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: