1945 йылдың 24 июнендә Ҡыҙыл майҙанда үткән тәүге Еңеү парадында ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, 23 йәшлек осоусы Муса Гәрәев ҡатнашҡан. Ул ике тапҡыр Герой исеменә лайыҡ булған иң йәш хәрби булған.
Үҙенең ”Йәшәйем һәм хәтерләйем” тигән китабында Муса Гәрәев шундай һүҙҙәр яҙған:
-Еңеү парады иртәһендә көн болоҡһоу ине - онотолмаҫлыҡ 1945 йылдың 24 июнь көнө. Иртә менән беҙҙе Мәскәү йылғаһына машиналарҙа алып килделәр, һуңынан йәйәүле стройҙа парад урынына киттек. Һәр кем үҙенең тарихи ваҡиғала ҡатнашыуын яҡшы аңлай ине. Бына куранттар тауышы яңғырай, команда ишетелә, колонна ҡатып ҡала....
Был парадҡа уның командующийы, маршал Константин Рокоссовский етәкселек итә. Ул Георгий Жуковҡа доклад бирә. Шулай уҡ совет һалдаттары еңелгән фашистик Германияның штандтарттарын Мавзолей янына ташлай. Был иһә Еңеү менән ҡайтҡан совет кешеләре өсөн ғорурлыҡ тойғоһоның иң юғары нөктәһе була.
Фото Башинформдан алынды.