+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Июнь 2020, 21:00

Хәрәкәт сикләнеп торасаҡ

25 һәм 26 июндә Өфө ҡалаһының Киров районында Медицина хеҙмәткәре көнөнә арналған байрам сараларын уҙғарған ваҡытта хәрәкәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында Зәки Вәлиди урамы буйлап транспорт йөрөүе, “Ватан” этнопаркына төшөү һәм "Hilton Garden" отеленә килеү юлдары сикләнеп торасаҡ.

Атап әйткәндә, транспорт хәрәкәте 25 июндә – 09.00 сәғәттән 13.00 сәғәткә тиклем, 26 июндә 13.00 сәғәттән 17.00 сәғәткәсә түбәндәге участкаларҙа ябылып торасаҡ:
–Зәки Вәлиди урамы буйлап Совет урамынан Ғафури урамына тиклем;
–“Ватан” этнопаркына төшөү юлы (аҫҡы майҙансыҡ);
–"Hilton Garden" отеленә килеү юлы.
Хәрәкәт сикләнгән ваҡытта был участкаларҙа йәмәғәт транспорты маршруттары схемаһы үҙгәрәсәк.
Өфө ҡалаһы хакимиәте ҡала халҡының һәм ҡунаҡтарҙың хәрәкәт сикләүҙе аңлап ҡабул итеүен һорай, уңайһыҙлыҡтар тыуыу ихтималлығы өсөн ғәфү үтенә һәм үҙ маршрутын алдан планлаштырырға кәңәш итә.
Фото Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтынан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: