+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Июнь 2020, 17:25

Фронтовиктарға – телефондар

Бөгөн, Мәскәүҙә Еңеүҙең 75 йыллығына арналған парад уҙған көндә, Күгәрсен районында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм уларға тиңләштерелгән олатайҙар ҙа хөрмәт һәм иғтибар менән солғап алынды.

Бөгөн, Мәскәүҙә Еңеүҙең 75 йыллығына арналған парад уҙған көндә, Күгәрсен районында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм уларға тиңләштерелгән олатайҙар ҙа хөрмәт һәм иғтибар менән солғап алынды. Район хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев уларға – Әхмәтйән Рәхим улы Кәримов, Нәбиулла Хәбибулла улы Хәкимов, Александр Иванович Жувасин, Сергей Афанасьевич Винников, Тимербулат Әбүбәкер улы Йосопбаев, Сулпан Килмөхәмәт улы Хәлитовтарға кеҫә телефондары тапшырҙы.
Был бүләк “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Фронтовиктарға – телефондар” акцияһы сиктәрендә бирелде. Ветерандар өсөн элемтә хеҙмәттәре бушлай буласаҡ. Проектты шулай уҡ “Ростелеком” да хупланы – ул 2020 йылдың 1 майынан урындағы, зона эсендәге һәм ҡала-ара стационар телефон бәйләнеше хеҙмәттәре өсөн түләүҙәр алынмаясағын белдерә.
Фото Күгәрсен районы хакимиәте сайтынан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: