+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Июнь 2020, 18:28

Дәүләкәндәр ветерандарҙы хөрмәткә күмде

Дәүләкән районының Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм тыл эшсәндәре өсөн был тантаналар ғүмерҙә лә онотолмаҫлыҡ булғандыр – улар өсөн Еңеү парадтары махсус рәүештә өйҙәре янында ойошторолдо.

Дәүләкән районының Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм тыл эшсәндәре өсөн был тантаналар ғүмерҙә лә онотолмаҫлыҡ булғандыр – улар өсөн Еңеү парадтары махсус рәүештә өйҙәре янында ойошторолдо.
Ватанды һаҡлаусыларға, тырыш хеҙмәттәре менән Еңеүҙе яҡынайтыусыларға ҡаһарманлыҡтары, рух ныҡлығы өсөн йөрәктән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны. “Купол” хәрби-патриотик клуб тәрбиәләнеүселәре Еңеү байрағын ғорур күтәреп уҙғанда, тынлы оркестр данлы осор көйҙәрен уйнағанда һәммәһе лә тулҡынланыу кисергәндер. Суйынсы ауылынан Мөҙәрис Ғәббәс улы Ишмәтов һәм уның ҡатыны Миңзифа Ғаяз ҡыҙы, Бик-Ҡарамалы ауылында йәшәүсе Рәхимйән Ноғоман улы Лоҡманов, Яңы Яппарҙа ғүмер итеүсе Ишбулат Тимербулат улы Мәғәсүмов, Дәүләкән ҡалаһындағы Георгий Евстафьевич Мисюркеев һәм Әминә Солтан ҡыҙы Сарманаева өсөн район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һуғыш йылдары йырҙарын башҡарҙы.
Парад Яңы Аҡҡолай ауылында Лоҡман Рәшит улы Шафиҡов йорто янында тамамланды.
Ветерандарға шулай уҡ “Берҙәм Рәсәй” партияһы һәм Бөтә Рәсәй “Еңеү волонтерҙары” хәрәкәте проекты сиктәрендә кеҫә телефондары бүләк иттеләр. “Ошо телефондар ярҙамында Һәр ваҡытта ла туғандарығыҙ, ирекмәндәр, социаль хеҙмәттәр, дауаханалар менән бәйләнештә булырһығыҙ”, – тигән теләк белдерҙе сараны уҙғарыусылар.
Фотолар Дәүләкән районы хакимиәте сайтынан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: