+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Июнь 2020, 16:46

Бөйөк Еңеүгә арналған хәрби парад уҙҙы

Бөгөн илебеҙ баш ҡалаһы Мәскәүҙең Ҡыҙыл майҙанында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған хәрби парад булып уҙҙы.

Бөгөн илебеҙ баш ҡалаһы Мәскәүҙең Ҡыҙыл майҙанында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған хәрби парад булып уҙҙы. Тантаналы сараларҙа ҡатнашыу өсөн Мәскәүгә Абхазия Президенты Аслан Бжания, Белоруссия Президенты Александр Лукашенко, Ҡаҙағстан Президенты Ҡасым-Жомарт Токаев, Ҡырғыҙстан Президенты Сооронбай Жээнбеков, Молдавия Президенты Игорь Додон, Сербия Президенты Александр Вучич, Тажикстан Президенты Эмомали Рахмон, Үзбәкстан Президенты Шәүкәт Мирзиёев, Көньяҡ Осетия Президенты Анатолий Бибилов, Босния и Герцеговина Президиумының серб ағзаһы Милорад Додик килде.
Юбилей парадында 14 меңдән ашыу хәрби хеҙмәткәр, 200-ҙән артыҡ хәрби техника, 75 самолет һәм вертолет ҡатнашты.
Рәсәй хәрби хеҙмәткәрҙәре менән бер рәттән унда Әзербайжан, Әрмәнстан, Белоруссия, Һиндостан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Ҡытай, Молдавия, Монголия, Сербия, Тажикстан, Төркмәнстан, Үзбәкстандан расчеттар ҙа ҡатнашты.
Оло тантанала билдәле хәрби машиналарҙан тыш, тәүге тапҡыр өр-яңы хәрби техника өлгөләре күрһәтелде.
Парад тамамланғандан һуң Владимир Путин сит ил башлыҡтары менән бергә Александровский баҡсаһындағы Билдәһеҙ Һалдат ҡәберенә сәскәләр һалып, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булыусыларҙы иҫкә алды.
Фото Рәсәй Президенты сайтынан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: