+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Июнь 2020, 22:44

Һайлау участкалары тауыш биреү өсөн әҙер

25 июндән 1 июлгә тиклем Өфө биләмәләрендә 435 һайлау участкаһы асыла. Шул иҫәптән 25 участка граждандарҙың ваҡытлыса килеү урыны менән бәйләнгән.

25 июндән 1 июлгә тиклем Өфө биләмәләрендә 435 һайлау участкаһы асыла. Шул иҫәптән 25 участка граждандарҙың ваҡытлыса килеү урыны менән бәйләнгән.
Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, тауыш биреү өсөн бөтә һайлау участкалары ла әҙер. Бөтә урындарҙа ла янғын хәүефһеҙлегенә һәм террорға ҡаршы тикшереү үткәрелгән.
24 июнь бөтә һайлау участкалары ла дезинфекция саралары ҡулланылып йыйыштырылған. Айырым иғтибар кешеләр йыш тотона торған урындар - ишектәр, уларҙың тотҡалары, өҫтәлдәргә бүленә.
Дим районының һайлау участкаһы рәйесе Айрат Сөләймәнов белдереүенсә, барлыҡ дезинфекция саралары тулы күләмдә алынған, участка ағзалары битлектәр һәм тейешле һаҡланыу саралары менән тәьмин ителгән.
Участкалар көн һайын зарарһыҙландырыласаҡ. Бының өсөн технологик тәнәфестәр ҡаралған. Бынан тыш тауыш биреүселәргә бирсәткәләр, битлектәр һәм бер тапҡыр ҡулланыла торған ручкалар бирелә, тән температураһы үлсәнә.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: