-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июнь 2020, 23:35

Ярҙам тағы буласаҡ

Бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путин сираттағы мөрәжәғәт менән сығыш яһаны.

Бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путин сираттағы мөрәжәғәт менән сығыш яһаны.
Эйе, был осраҡ та ла ил башлығы балалы ғаиләләргә, тормош ҡыйынлыҡтары кисергән халыҡтың башҡа социаль төркөмдәренә дәүләт ярҙамы тураһында иғлан итте.
Атап әйткәндә, һүҙ түбәндәге саралар хаҡында барҙы:
  • июлдә лә 16 йәшкә тиклемге һәр балаға 10 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү һаҡлана. Уны юллау кәрәкмәй, аҡса июндә бирелгән документтар буйынса күсерелә;
  • июлдә һәм августа эшһеҙҙәргә һәм эшен юғалтҡан ата-әсәләргә юғары күләмле эшһеҙлек пособиеһы һаҡлана;
  • социаль һәм медицина хеҙмәткәрҙәргә билдәләнгән өҫтәмә түләү 15 сентябргә тиклем дауам итә.
  • Иҡтисадтың ҡайһы бер өлкәләре өсөн һалым күләме кәмей. Шулай уҡ төбәктәргә федераль ҡаҙнанан юл төҙөлөшөн үҫтереү, башҡа маҡсаттарға финанс ярҙам күрһәтеләсәк.
    Автор:Рәсүл Байгилдин
    Читайте нас в