Бөгөн, 23 июндә, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванованың онлайн-брифингы булып уҙҙы.
Ул халыҡты социаль яҡлау саралары мәсьәләләренә арналды. Брифингта шулай уҡ ғаилә, хеҙмәт, халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Фәнүр Шәйхисламов, торлаҡ-коммуналь хужалығы министры урынбаҫары Марат Шәңгәрәев, Халыҡты социаль яҡлау республика үҙәге етәксеһе Николай Калмацкий ҡатнашты.
Унда көнүҙәк һорауҙар – эшһеҙ ҡалған кешеләргә ярҙам күрһәтеү, атап әйткәндә, эшһеҙлек пособиеһын түләү осоро һәм уның күләме, шулай уҡ торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләү буйынса айлыҡ аҡсалата компенсация күләме үҙгәреү хаҡындағы мәсьәләләр ҡаралды.