Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге республика милли китапханаһы Өҙлөкһөҙ белем биреү һәм Мәҙәниәт өлкәһендә ижади һәм идара итеү кадрҙарының квалификацияһын күтәреү үҙәктәре нигеҙендә республика китапханасыларының белемен камиллаштырыуҙы ойоштора. БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, әле квалификацияны күтәреүгә ғаризалар йыйылған.
Республика китапханаларынан 50 хеҙмәткәр Санкт-Петербург мәҙәниәт институтында “Һәр кем йөрөй алырлыҡ муниципаль китапханаларҙа заманса технологиялар һәм практикалар” программаһы буйынса дистанцион уҡыуҙы башлаған да инде. Тәүге ағымда уҡыусылар – Әлшәй, Архангел, Асҡын, Баймаҡ, Баҡалы, Балтас, Балаҡатай, Белорет, Бишбүләк, Бөрө, Благовар, Благовещен, Бүздәк райондарынан вәкилдәр.