+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июнь 2020, 14:58

БДМУ-ны быйыл күпме белгес тамамлай?

Быйыл Башҡорт дәүләт медицина университетын специалитет (дауалау эше, педиатрия, стоматология, фармация, медицина-профилактика эше) һәм бакалавриат (биология) программаһы буйынса 1255 кеше тамамлаясаҡ.

Быйыл Башҡорт дәүләт медицина университетын специалитет (дауалау эше, педиатрия, стоматология, фармация, медицина-профилактика эше) һәм бакалавриат (биология) программалары буйынса 1255 кеше тамамлаясаҡ.
906 ординатор, 159 урта медицина хеҙмәткәре лә аҡ халатлылар сафын тулыландырасаҡ.
2020 йылда уҡырға инеүселәр өсөн 696 бюджет урыны бүленгән, шуларҙың 454-е маҡсатлы йүнәлтмәләр буйынса килеүселәргә тәғәйенләнгән.
Абитуриенттар шулай уҡ яңы белгеслектәр: “Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә социаль эш” (бакалавриат) һәм “Биология” (магистратура) йүнәлештәрен һайлай ала.
Әлеге мәлдә БДМУ-ның өлкән курс студенттары һәм ординаторҙар республика райондарында эшләй. Эпидемия башланғандан бирле 120 студент COVID-госпиталдәрҙә коронавирусҡа ҡаршы көрәштә үҙ өлөшөн индерҙе. Бөгөнгө көндә 37 студент һәм 65 ординатор Өфө, Туймазы, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Күмертау ҡалалары дауаханаларында тырышлыҡ күрһәтә.
Буласаҡ табиптар коронавирус эпидемияһы осоронда мохтаждарға ярҙам итеүсе ирекмән-медиктарҙың штабы эшендә лә ҙур ихласлыҡ менән ҡатнаша.
Фото БДМУ сайтынан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: