+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июнь 2020, 14:10

Баҡалыла экология мәсьәләләренә етди ҡарайҙар

Киҫкен торған экология мәсьәләләрен хәл итеү маҡсатында Баҡалы районы хакимиәте башлығы Александр Андреев быйыл уҡ ауыл биләмәләрендә мөмкин тиклем күп контейнер майҙандары ойоштороу бурысы ҡуйған. Ауыл хакимиәттәре башлыҡтары уның ҡушҡанына яуаплы ҡарай. Тәүгеләрҙән булып Баҡалы ауыл хакимиәтенә ҡараған Баҡалы, Яңы Балыҡлы, Емеш-еләк (Плодоягодное), Сосновка, Туҡбирҙе ауылдарында 13 контейнер майҙаны урынлаштырылған. Был мөһим эштә “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” федераль программаһы ҙур ярҙам булған. Программа сиктәрендә 4 ауыл биләмәһендә 53 контейнер майҙаны төҙөкләндереләсәк, 111 контейнер урынлаштырыласаҡ. Был маҡсатта федераль ҡаҙнанан 2,8 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.

Ауылдарҙа йәшәүселәр контейнер майҙандары урынлашасаҡ ерҙәрҙе үҙҙәре билдәләгән. Аукцион һөҙөмтәһендә “Сельэнергосервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте подряд ойошмаһы итеп һайланған. 6 кешенән торған бригада тиҙ арала эштәрҙе тамамлаған.
Был эштәр республикала “Экология” милли проектын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итәсәк.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: