Был аҙнала Конституцияға өҫтәлмәләр буйынса алдан тауыш биреүҙәр башлана. Тауышты дәүләт порталы аша ла бирергә була. Был иһә дәүләттең пандемия осоронда кешеләрҙең һаулығын хәстәрләүе.
Илебеҙҙең төп документындағы үҙгәрештәргә килгәндә, республика белгестәренең күбеһе унда ғаилә роленең көсәйтелеүен хуплай.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова үҙенең сәхифәһендә, Конституцияға индерелгән үҙгәрештәрҙә балалар –дәүләт өсөн өҫтөнлөклө булыуы, ғаиләне, әсәлекте, атайлыҡты яҡлау, балалар тәрбиәләү өсөн лайыҡлы шарттар тыуҙырыу статьяларын тулыһынса хуплайым тип яҙған.
-Унда минең электән күтәргән темам - ата- әсәйҙәр хаҡында хәстәрлек күреү тигән пункт да иғтибар үҙәгенә алынған. Һәр кем үҙҙәренең олоғайған әсәй- атайҙарын ҡарарға, даими хәстәрлек күреп, ярҙам итергә тейеш тип иҫәпләйем. Ошо бурыс хаҡында иң юғары кимәлдә хәтергә төшөрөү, минеңсә, дәүләтттең халыҡ аҡылына һәм традицияларына битараф булмауы хаҡында һөйләй.
Беҙҙең башҡорт халҡының мәҡәлдәрен алһаҡ та: «улы барҙың урыны бар, ҡыҙы барҙың ҡәҙере бар”, “астан үлһәң дә ата- әсәңде ташлама” тигән юлдар ошоно иҫбатлай. Аллаға шөкөр,бөгөн астан үлә торған ауыр заманалар түгел, ләкин һәр кем үҙен тәрбиәләп үҫтергән ата- әсәһе хаҡында хәстәрлек күрергә бурыслы тип уйлайым һәм Конституциялағы ошо өҫтәлмәләргә ыңғай ҡараштамын.
Фото Башинформдан алынды.